Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

2009 йылда Башҡортостан халҡы 8,5 мең кешегә артты

Йәмғиәт

2010 йыл башында республикала даими йәшәүсе халыҡ иҫәбе, алдан иҫәпләүҙәр буйынса, 4065,8 мең кешегә еткән.  Башҡортостанстат мәғлүмәте буйынса, 2009 йыл башы менән сағыштырғанда, республика халҡы 8,5 мең кешегә артҡан.

2009 йылда тыуымдың артыуы, кеше үлеменең кәмеүе күҙәтелгән. Халыҡ иҫәбенең тәбиғи артыуы буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғы урын биләй. Тыуым һәм үлем күрһәткестәре буйынса иһә икенсе урында. Башҡортостан ыңғай демографик күрһәткесле 25 төбәк исемлегенә ингән.

Уҙған йылда 55,7 мең сабый тыуған, был 2008 йыл менән сағыштырғанда 2,2 процентҡа күберәк, халыҡ үлеме – 53,4 мең – 4,0 процентҡа кәмерәк. Тыуым республикала 16 йыл эсендә беренсе тапҡыр үлемдән күберәк булып, халыҡ иҫәбенең тәбиғи артыуы 2,3 мең кеше тәшкил итте.

Статистика һандары буйынса, тыуым артыуы һәм үлемдең кәмеүе алты ҡала округында (Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ), 28 муниципаль районда (Балаҡатай, Ишембай, Мәләүез, Туймазы һәм башҡаларҙа) күҙәтелгән.

Алты ҡала округына (Өфө, Ағиҙел, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ) һәм 16 муниципаль районға (Әбйәлил,Баймаҡ, Бөрйән, Мәләүез, Туймазы, Учалы, Хәйбулла һәм башҡаларға) халыҡ иҫәбенең тәбиғи артыуы ла тура килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть