8 декабрь, Кесе йома

01 февраль 2010 йыл, 10:47

Рәсәйҙең баш терапевы Александр Чучалин менән осрашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте | фото: Олег Яровиков

29 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Пульмонология ғилми-тикшеренеү институты директоры, Рәсәйҙең баш терапевы Александр Чучалин менән эш осрашыуы үткәрҙе. Өфөгә Александр Чучалин “Пульмонологияның көнүҙәк мәсьәләләре” тигән темаға ғилми-ғәмәли конференция эшендә ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү һәм хәүефле йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ Башҡортостан ғалимдарының А/Н1N1 киҙеүенә ҡаршы вакцина эшләү буйынса уңышлы тәжрибәһе хаҡында һүҙ барҙы.

Александр Чучалин Рәсәйҙә А/Н1N1 киҙеүенә ҡаршы үҙебеҙҙең дүрт вакцина теркәлеүен билдәләне. Препараттарҙы Санкт-Петербург, Мәскәү өлкәһе, Иркутск һәм Өфөнөң фармацевтика предприятиелары етештерә.

— Һеҙҙең республика ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кәрәкле вакцина сығарып, Рәсәйҙең милли именлеген тәьмин итә алған дүрт төбәк иҫәбенә инде, — тине Александр Чучалин.

Республика һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениелары, коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе, йәмәғәт транспорты хеҙмәткәрҙәрен һәм башҡаларҙы  иммунизациялау өсөн пандемик киҙеүгә ҡаршы 592 мең вакцина алды. “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала вакцинанан сәләмәтлектең ҡаҡшау осраҡтары булмаған.

Осрашыуҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков ҡатнашты.