8 декабрь, Кесе йома

01 февраль 2010 йыл, 10:19

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә быйыл 37 педагог премия аласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Быйыл “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республиканың 37 иң яҡшы уҡытыусыһы федераль грантҡа эйә буласаҡ. Әйтергә кәрәк, 2010 йылда уларҙың иҫәбе һиҙелерлек кәмене. Милли проектты тормошҡа ашырыуҙың тәүге өс йылында 100 мең һум күләмендәге премияға 363 талантлы педагог эйә булғайны, 2009 йылда уларҙың һаны 377-гә еткәйне. Дүрт йыл эсендә республиканың инновацион белем программаларын индереүсе 1466 уҡытыусыһы грант алғайны.

Шуның менән бергә 2010 йылда матди дәртләндереү суммаһы 200 мең һумға тиклем арттырылды.

темалар: мәғариф