Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡ станоктар төҙөү заводы тышҡы баҙарҙы яулай

Иҡтисад

«Стәрлетамаҡ станоктар төҙөү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғите продукцияһының һәлмәк өлөшө ғәҙәттәгесә экспортҡа ебәрелә. 2009 йыл һөҙөмтәләре буйынса һатыуға сығарылған дөйөм күләмдең 30,5 проценты экспорт өлөшөнә тура килә, был 2008 йыл күрһәткесенән 2,2 тапҡырға күберәк.  

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, станоктар төҙөлөшө өлкәһендәге ҡаты конкуренцияға һәм бөтә донъя эшкәртеү сәнәғәтен ялмап алған иҡтисади көрсөккә, шулай уҡ ил эсендә тауарға һорауҙың ҡырҡа кәмеүенә, заказсыларҙың инвестицион проекттарҙы туҡтатыуына ҡарамаҫтан, завод экспорт күрһәткестәрен көрсөккә тиклемге 2008 йыл кимәлендә һаҡлап ҡалған, хатта экспортҡа оҙатылған продукция күләмен арттырырға ла өлгәшкән. Был уңыштар күп осраҡта Малайзия, Германия, Индия, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан илдәренә оҙатылған продукцияға бәйле.

Теги: сәнәғәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть