8 декабрь, Кесе йома

01 февраль 2010 йыл, 9:55

Президент онкодиспансер корпусы төҙөлөшө менән танышты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте | фото: Олег Яровиков

Шәмбе, 30 ғинуарҙа, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Өфөлә Республика клиник онкология диспансерының яңы корпусы төҙөлөшө менән танышты.

Корпусты 2007 йылда төҙөй башлағайнылар. Әлеге ваҡытта 17000 квадрат метр майҙан менән алты ҡатлы бинаны төҙөү тамамланып килә, унда хирургия блогы, реанимация, рентгенология, эндоскопия һәм стерилләү бүлексәләре, лабораториялар урынлашасаҡ.  Яңы бинаны республика Советының 2010 йылда Өфөлә үтәсәк һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса ултырышы алдынан файҙаланыуға тапшырырға планлаштырыла. Төҙөлөш республика бюджеты средстволары иҫәбенә алып барыла, эштәр хаҡы 1 миллиард 060 миллион һум тәшкил итә.

Республика Президенты буласаҡ операция һәм лаборатория биналарын ҡараны, юғары технологиялы медицина ҡорамалдарының мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Белгестәр әйтеүенсә, заманса аппаратура яһалған операцияларҙың сифатын күтәрергә һәм медицина персоналының эш шарттарын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.

Мортаза Рәхимов подрядсылар һәм диспансер етәкселеге менән клиниканың икенсе сиратын – 240 койкалыҡ корпусты төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Республика башлығының эш сараларында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков ҡатнашты.

***

Белешмә өсөн:

Башҡортостанда онкологик ауырыуҙар менән сирләү күрһәткесе  Волга буйы федераль округы төбәктәре менән сағыштырғанда тотороҡло түбән булып ҡала. 2009 йылда яман шеш менән сирләү 100 мең кешегә 275,7 осраҡ тәшкил итте. Республикала йәшәүсе 68503 кеше иҫәптә тора.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, федераль бюджет средстволарынан Рес¬публи¬ка клиник онкология диспансерына ҡорамалдар һатып алыу өсөн  Башҡортостан Республикаһына 460 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтеләсәк. Финанслау онкологик ауырыуҙар менән сирләүселәргә медицина ярҙамын камиллаштырыуға йүнәлтелгән саралар сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Дөйөм алғанда, был маҡсаттарға федераль бюджеттан 2010 йылда 5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.