Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

“Өфө ҡабығы” өсөнсө инновацион һынлы сәнғәт күргәҙмәһе 25 февралдә үтә

Иҡтисад

«Респект» хоҡуҡ компанияһының 15 йыллығына арналған  “Өфө ҡабығы” өсөнсө инновацион һынлы сәнғәт күргәҙмәһен 25 февралдә үткәреү ҡаралған. Күргәҙмә темаһы – “Инновацион мәғлүмәт технологиялар – социаль-иҡтисади үҫеш нигеҙе”.

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы менән БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы ҡатнашлығында ойошторолған күргәҙмә Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт, мәғариф һәм фәнгә хоҡуҡ һәм мәғлүмәт ярҙамы социаль программаһын ғәмәлгә ашырыу нигеҙендә үткәрелә. Мәғлүмәт яғынан проектҡа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙам итә.

Сараны асыу тантанаһы “Респект” компанияһының конференц-залында 16.00-гә билдәләнгән.

Теги: инновация
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть