4 декабрь, Йәкшәмбе

29 ғинуар 2010 йыл, 17:24

Үҙйөрөшлө машиналарҙың 16 проценты ҡабаттан ремонтҡа ҡайтарылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт техник күҙәтеүе инспекторҙары 2009 йылда хужалыҡтарҙың 753 ремонт оҫтаханаһында һәм сервис ойошмаларында машиналарҙы һәм ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү сифатын тикшерҙе. Был ваҡытта 15 меңдән ашыу ремонтланған тракторҙар, үҙйөрөшлө машиналар, уларға тағылмалар һәм башҡа ауыл хужалығы машиналары, 236 берәмек эшкәртеү тармаҡтары ҡорамалдары, 1067 малсылыҡ фермалары ҡорамалдары, 810 нефть-склад ҡорамалдары тикшерелде.

Үҙ йөрөшлө машиналарҙың 16 проценты техник талаптарҙы боҙоп ремонтланыуы асыҡланды. Улар ремонт оҫтаханаларына кире ҡайтарылды.