9 декабрь, Йома

29 ғинуар 2010 йыл, 16:55

Раил Сарбаев «Башинформсвязь» йәмғиәтенең уңыштарын билдәләне

автор: Любовь Колоколова | фото: Андрей Старостин

«Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Директорҙар советының киңәйтелгән ултырышында акционерҙар йәмғиәтенең 2009 йылдағы финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге йомғаҡтары һәм 2010 йылға төп бурыстар тикшерелде. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры, «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Раил Сарбаев ҡатнашты.

Үҙ сығышын Раил Сарбаев уҙған йыл тотош республика өсөн ниндәй булыуы тураһында ҡыҫҡаса һөйләүҙән башланы.

— Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, республикабыҙҙа хәл башҡа төбәктәргә ҡарағанда яҡшыраҡ, — тип билдәләне Премьер-министр. – Производствоның иң мөшкөл мәле февраль айына тура килде, ә йыл аҙағына хәл яҡшыра барҙы, беҙ бер ни тиклем үҫешкә өлгәшә алдыҡ. Бында, һис шикһеҙ, ваҡытында көрсөккә ҡаршы саралар күреү ыңғай роль уйнаны.  

Раил Сарбаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы насар эшләмәне. Иген культураларының уңышы 2008 йылдағынан кәмерәк булһа ла, ит, һөт, картуф, йәшелсәләр етештереү буйынса Башҡортостан элгәре йыл күрһәткестәренән арттырҙы. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ҙур ярҙам күрһәтелде. Быйыл ауылға ярҙамға 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла.

Республика билдәләнгән төҙөлөш күләмдәрен дә һаҡланы. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында бишенсе-алтынсы урынды биләй. «Башҡортостан Республикаһында «Үҙ йортом» аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү” республика маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла башланы.

Торлаҡ төҙөлөшөнә килгәндә, Раил Сарбаев «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең был йүнәлештәге тырышлығын айырып билдәләне: үҙ килеме иҫәбенә предприятие бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йәш белгестәр өсөн 264 фатирлыҡ торлаҡ йорт төҙөнө.

— Шуныһы ҡыуаныслы, «Башинформсвязь», иҡтисадтағы көрсөк күренештәренә ҡарамаҫтан, үҫеш темптарын һаҡланы һәм хатта төп күрһәткестәрен яҡшыртты. Мәҫәлән, 2009 йылда күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәр күләме 2008 йыл кимәленән 3,2 процентҡа ашып китте. Йәмғиәттең былтырғы килеме 880 миллион һумдан артығыраҡ. Тораҡ пункттарының күбеһенә заманса сүс-оптик элемтә линиялары һуҙылды, был халыҡҡа һәм коммерция структураларына интернетҡа инеү өсөн шарттар булдырҙы. Хәҙер республикала «Электрон хөкүмәт» программаһы буйынса дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеү өсөн реаль мөмкинлектәр бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Раил Сарбаев.

Республика Хөкүмәте исеменән Премьер-министр Салауат Мөхтәр улы Ғайсин етәкләгән «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм эштәрендә уңыштар, тотороҡлолоҡ һәм именлек теләне.

Киңәйтелгән ултырышта «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалдары директорҙары, идаралыҡ, бүлек һәм хеҙмәттәре начальниктары, баш һәм төп белгестәре ҡатнашты.