4 декабрь, Йәкшәмбе

29 ғинуар 2010 йыл, 15:33

Санкт-Петербургта Рәсәй субъекттары вәкиллектәре башлыҡтары Советы төҙөлдө

автор: Юлай Мәғсүмов

Рәсәй төбәктәренең Нева яры буйындағы ҡалала үҙ республикалары һәм өлкәләре мәнфәғәттәрен яҡлаусы вәкиллектәре етәкселәре үҙ тырышлыҡтарын берләштерергә ҡарар итте. Дөйөм йыйылышта Санкт-Петербургта РФ субъекттары башлыҡтары һәм вәкилдәре Советын төҙөргә ҡарар ителде.

Совет тураһында Положение раҫланды, ете етәксенән торған президиум һайланды, улар иҫәбендә Санкт-Петербургтағы Башҡортостан Республикаһы Вәкиллеге башлығы Риф Сәхәбетдинов та бар. Унан тыш, Совет Президиумына тағы алты төбәк – Мәскәү ҡалаһы, Татарстан, Дағстан, Якутия, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Вологда өлкәһе вәкиллектәре башлыҡтары инде.  

Дөйөм йыйылышта ҡатнашыусылар берҙәм рәүештә Татарстан Республикаһының Санкт-Петербургтағы һәм Ленинград өлкәһендәге Даими вәкиле Шамил Әхмәтшинды Советтың етәксеһе итеп һайланы.