4 декабрь, Йәкшәмбе

29 ғинуар 2010 йыл, 15:27

1 февралдән Өфөлә Капиталь төҙөлөш объекттарының берҙәм дәүләт реестры алып барыласаҡ

автор: Эльвира Латипова

1 февралдән Өфөлә Капиталь төҙөлөш объекттарының берҙәм дәүләт реестры алып барыласаҡ. Был төҙөлөп бөтөлмәгән йорттар, ҡоролмалар, объекттар һәм уларҙың өлөштәре (биналар) тураһындағы документтар һәм мәғлүмәттәрҙең системалаштырылған йыйылмаһы ул.  

Капиталь төҙөлөш объектына хоҡуҡтарын теркәү маҡсатында быға хоҡуҡлы кеше документтар пакетын әҙерләү өсөн, элекке кеүек үк, тәүҙә техник инвентаризациялау ойошмаһына мөрәжәғәт итергә тейеш. Ойошма, үҙ сиратында, капиталь төҙөлөш объектын кадастр иҫәбенә ҡуйыр өсөн ғаризаны, үҙҙәрендә әҙерләнгән техник паспортты (ҡағыҙҙа һәм электрон вариантта), хоҡуҡты билдәләүсе документтарҙы Башҡортостан Республикаһы буйынса “Ер кадастр палатаһы” федераль дәүләт идаралығына ебәрәсәк.

Ер кадастр палатаһынан «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, Берҙәм дәүләт реестрына капиталь төҙөлөш объекттарын индереү ғариза бирелгән көндән алып ун көн дауамында башҡарыла. Объект рееестрға индерелгән осраҡта, техник паспорт тышлығында һәм техпаспортҡа индерелгән объект планында Берҙәм реестрға индерелеүен белдергән штамп ҡуйыла һәм капиталь төҙөлөш объектының кадастр паспорты әҙерләнә. Хоҡуҡлы кеше техник инвентаризация ойошмаһында Башҡортостан Республикаһы буйынса “Ер кадастр палатаһы” федераль дәүләт идаралығында дәүләт техник иҫәпкә ҡуйылыуы тураһында билдә һуғылған техпаспорт менән кадастр паспорты ала, артабан ошолар хоҡуҡты теркәү өсөн регистрациялау органына күрһәтелергә тейешле документтар иҫәбенә инәсәк.