7 декабрь, Шаршамбы

29 ғинуар 2010 йыл, 14:41

Раевка ауылында юл рәшәткәһе сығарыу цехы асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов, Николай Ермоленко | фото: Раиф Бадыков

Әлшәй районының Раевка ауылында 148-се Юл-машина станцияһының рельс-шпал рәшәткәһе сығарыу цехы асылды. Был тантанала Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Кобзев һәм Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе начальнигы Владимир Бучельников ҡатнашты.

Төҙөүселәр тимер юлсыларға яңы цехтан символик асҡыс тотторҙо, ә Мортаза Рәхимов менән Рауил Ибәтуллин ҡыҙыл таҫманы киҫеп, производство линияһын файҙаланыуға тапшырҙы.

Әлшәй районы хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары  Зәҡуан Әхмәтов цех асыуҙы район өсөн ҙур ваҡиға тип атаны. Ул республикала производство ғына түгел, шулай уҡ социаль объекттар: мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, дауаханалар төҙөүгә ҙур иғтибар бүлеүҙәре өсөн Башҡортостан Президентына рәхмәт белдерҙе.

«Был цехты сафҡа индереү менән беҙҙең бүлексәнең генә түгел, бөтә Куйбышев тимер юлының проблемалары хәл ителә; уның матди-техник базаһы нығый, — тине Мортаза Рәхимов. – Цех асылыу ғына түгел, хеҙмәткәрҙәр өсөн йорт та төҙөлөү бик яҡшы. Предприятие етәкселегенең торлаҡ төҙөүҙе дауам итергә вәғәҙә итеүе шатландыра».

Тантана барышында предприятиеның иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн бүләктәр – исемле сәғәттәр һәм грамоталар – тапшырылды.