Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ҙур күләмдә мутлашырға йыйыныуҙы асыҡлағандар

Йәмғиәт

Өфөлә ҙур күләмдә мутлашырға йыйыныу факты буйынса енәйәт эше асылған. Тәфтишселәр мәғлүмәте буйынса, Өфөләге предприятиеларҙың береһендә етәкселек 158 миллион һумдан ашыу суммаға насостар һатып алғандан һуң өҫтәмә хаҡҡа һалымды ҡаплауға һалым органдарына документтар әҙерләп биргән.

— Һалым хеҙмәте компенсацияға дәғүә итеүселәрҙең ҡулға таҙа булмауына шикләнеп, түләүҙәр башҡарыуҙан баш тартҡан,  — тип «Башинформ» агентлығына хәбәр итте Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. — Эске эштәр министрлығының БР буйынса иҡтисади енәйәтселеккә ҡаршы көрәш Идаралығының алдан тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә  Өфө заводын насос менән тәьмин итеүсе Мәскәү фирмаһының, ҡағыҙҙа теркәлһә лә, ысынбарлыҡта булмауы, һатып алынған ҡоролмаларҙың күпкә арзаныраҡ тороуы асыҡланған.  

Әлеге ваҡытта тәфтишселәр был афераны ойоштороусыларҙы эҙләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть