11 декабрь, Йәкшәмбе

29 ғинуар 2010 йыл, 13:40

Шәхси ярҙамсы хужалыҡ – ауылда төп килем сығанағы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Иҡтисади көрсөк шарттарында шәхси ярҙамсы хужалыҡ ауыл халҡы өсөн төп килем сығанағына әйләнде. Был ауыл хужалығы продукцияһының артыуына ла булышлыҡ итте.  

БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, республикала 160 мең гектарҙан ашыу ерҙе эшкәртеүсе 580 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар. Ярҙамсы хужалыҡтарҙа 1,1 миллион һыйыр малы, 400 мең тирәһе сусҡа, 800 меңдән ашыу кәзә менән һарыҡ, 100 меңләп ат тотола.

Башҡортостанда етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының 60 проценты шәхси ярҙамсы хужалыҡтар иҫәбенә тура килә. Был секторҙа дөйөм күләмдән 94 процент картуф, 74 процент йәшелсә, 69 процент һөт һәм 71 процент ит етештерелә.

Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар үҫешенә республика етәкселеге ярҙамы ҙур. Бынан тыш, 2010-2012 йылдарға иҫәпләнгән ауыл хужалығы үҫешен һәм ауыл хужалығы продукцияһы, аҙыҡ-түлеге, сырьеһы баҙарын көйләүҙе тәьмин итеү буйынса дәүләт программаһы ла эшләп килә. Ауыл эшҡыуарҙарына кредит һәм займдарҙың процент ставкаларын ҡаплауға субсидиялар алыу мөмкинлеге бар. Уҙған йылда ауыл хужалығы машиналарын һатып алыуға лизингы бирелгән.