11 декабрь, Йәкшәмбе

29 ғинуар 2010 йыл, 13:11

Силәбелә бөгөн ҡала башҡорттары ҡоролтайы үтә

автор: Марина Шумилова

Силәбелә Силәбе өлкәһенең Халыҡтар дуҫлығы йортонда бөгөн өсөнсө ҡала башҡорттары ҡоролтайы үтә. Унда йөҙҙән ашыу делегат һәм ҡунаҡтар ҡатнаша.  

Силәбе өлкәһе башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсинаның “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүенсә, Силәбе башҡорттары Ҡоролтайы 31 мең башҡорттоң мәнфәғәтендә ун йылдан ашыу эшләй һәм ҡаланың ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни тормошона үҙ өлөшөн индерә. Ҡоролтай башҡарма комитетына Сәхрәгөл Ғатауллина етәкселек итә.

Бөгөнгө ҡоролтайҙа Силәбе башҡорттары Ҡоролтайы эшмәкәрлегенең мөһим мәсьәләләре, шул иҫәптән мегаполиста туған телде өйрәнеү, урындағы халыҡтың халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуы кеүек көнүҙәк һорауҙар ҡараласаҡ. Ҡоролтай эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау һәм башҡарма комитет етәксеһен, уның ағзаларын яңынан һайлау кеүек эштәр ҙә көн тәртибендә. Ҡоролтай үҙешмәкәр милли коллективтар концерты менән тамамлана.

Бындай ҡоролтайҙар башҡорт милләте компактлы йәшәгән Силәбе өлкәһенең бар ҡала һәм райондарында ла үтәсәк. Уның эш һөҙөмтәләренә өлкәнең алтынсы ҡоролтайында йомғаҡ яһаласаҡ һәм шунда уҡ III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланасаҡ.