8 декабрь, Кесе йома

29 ғинуар 2010 йыл, 12:33

Степановка ауылында йылытыу ҡаҙаны шартлаған

автор: Дмитрий Слезин

Уҙған тәүлектә республикала һигеҙ янғын сыҡҡан, шуның береһе – баш ҡалала. Утта бер кеше һәләк булған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан “Башинформ” агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, Ауырғазы районы Степановка ауылында шәхси хужалыҡтарҙың береһендә шартлау булған.

Был ҡазаға тиклем өс көн алдан иҫәпләшмәгәндәре өсөн йортҡа газ биреүҙе туҡтатҡандар һәм, һыуыҡ булғанға күрә, хужабикә ҡаты яғыулыҡ менән эшләүсе КС-16 йылытыу ҡаҙанында ут яғырға йыйынған. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡаҙан шартлай. 38 йәшлек хужабикә сираҡ һөйәгенең ябыҡ һыныуы һәм баш йәрәхәте менән һәм уның 63 йәшлек атаһы “ҡушар һөйәгенең ябыҡ һыныуы һәм һул ҡул суғының имгәнеүе” диагнозы менән дауаханаға эләгә.  

Шартлауға ҡаҙан менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпсе.

Күрәһең, ҡаҙанға ут яҡҡанда йылытыу системаһындағы һыуҙың туң булыуы арҡаһында баҫым артҡан һәм шартлау яңғыраған.  Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.