8 декабрь, Кесе йома

29 ғинуар 2010 йыл, 12:27

РФ Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллегендә яңы етәксе

автор: Юлай Мәғсүмов

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле итеп 2009 йылдың апреленән вәкиллек башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Илшат Миңлебаев тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығында.

Илшат Миңлебаев 1967 йылда Салауат районының Малаяҙ ауылында тыуған. 1991 йылда Башҡорт дәүләт университетын, роман-герман филологияһы факультетын тамамлаған. 1997 йылда Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы Академияһын “халыҡ-ара мөнәсәбәттәр” белгеслеге буйынса тамамлай.

1998 йылдан 2003 йылға тиклем Миңлебаев Гана Республикаһында Рәсәй Илселеге атташеһы һәм өсөнсө секретары булып эшләй,  2003-2005 йылдарҙа — РФ Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге Вәкиллеге икенсе секретары. 2005 йылдан 2009 йылға тиклем Рәсәйҙең Пакистандағы Илселегенең икенсе һәм беренсе секретары була. 2009 йылдың 25 декабренән – территориаль орган етәксеһе – Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфө ҡалаһындағы вәкиле.