8 декабрь, Кесе йома

29 ғинуар 2010 йыл, 12:04

Башҡортостанға энергомашиналар төҙөү кластерын булдырыуға Германия эксперттары ярҙам итә

автор: Любовь Колоколова | фото: Любовь Колоколова

Кластер, кластерлы ҡараш, мөнәсәбәт – әлеге мәлдә модала булған был яңы һүҙҙәр эре, йәмғиәт өсөн мөһим проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн бер нисә предприятие һәм учреждение эшен ойоштороуҙың нәтижәле, файҙалы формаһын аңлата. Ҡағиҙә булараҡ, кластерҙар бөтә структур берәмектәрҙең сәнәғәт һәм фәнни-техник потенциалын иҫәпкә алып, территориаль принцип буйынса ҡорола. Кластерҙар төбәктең брендын формалаштыра, уға тышҡы баҙарҙа нығынырға ярҙам итә. Икенсе төрлөрәк әйткәндә, кластер – ул дөйөм эш менән ҡыҙыҡһынған бер тармаҡтың, хатта ҡайһы берҙә бер нисә тармаҡтың вәкилдәрен үҙенең аҫтында берләштергән “ҡыйыҡ”. Улар мөһим, файҙалы эш ойоштороу маҡсатында йыйыла, иҡтисадҡа бәйләп әйткәндә, быларға “конкурент һәләтле” һүҙен өҫтәү мотлаҡ.

Германия эксперттары ҡатнашлығында энергомашина төҙөлөшө кластерын ойоштороу буйынса Өфөлә үткән эш төркөмдәре ултырышында Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәндәр үҙәге Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты профессоры Дамир Ғайнанов кластерлы сәйәсәтте шулай аңлатты. Ул Рәсәй ғалимдары хисаплауҙарына һәм донъяуи тәжрибәгә таянып, кластер формалаштырыуҙың алымдары тураһында, ә уның хеҙмәттәше Ольга Новоселова тиҙ арала модернизациялауҙы талап иткән энергетика тармағы хаҡында һөйләне. Илдәге электр станцияларының күбеһе срогынан артыҡ хеҙмәт итә, ә булған ҡоролмалар һәм технологиялар производствоның энергия ҡулланыуын кәметеүгә мөмкинлек бирмәй. Ольга Новоселова әйтеүенсә, Рәсәйгә Америкаға ҡарағанда 2,2 тапҡыр, Германиянан өс тапҡырға күберәк энергия талап ителә. Рәсәйҙә энергетиканы децентрализациялау процесы күҙаллана, был эш бойомға ашырыла башлағас, бик күп микротурбиналар талап ителәсәк. Әммә улар беҙҙә етештерелмәй. Шуға күрә микротурбина етештереү әлеге мәлдә актуаль һанала. Уны етештереүҙә  "Гидравлика" , «ӨМЭПБ», ӨАПБ һәм башҡа Өфө предприятиелары ҡатнашыуы күҙаллана, ә техник яҡтан ярҙамды техник юғары уҡыу йорттары — ӨДАТУ, ӨДНТУ, тармаҡ институттары күрһәтә ала. Был турала энергомашина төҙөлөшө кластерын ойоштороуға бәйле эш төркөмдәрен төҙөү буйынса 2009 йылдың сентябрендә үткән беренсе ултырышта уҡ әйтелгәйне.  

— Һүҙ, әлбиттә, кооперация хаҡында, сәнәғәттең, фән һәм бизнестың берҙәм эшмәкәрлеге тураһында бара, бында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары ҙур роль уйнай, сөнки улар инновацияларҙы еңел үҙләштерә һәм етеҙерәк эш итә, — тип үҙ фекерен белдерҙе эш төркөмө етәксеһе — «Баштехинформ» директоры Вячеслав Кружков.

Вячеслав Кружков был кластерҙың иң перспективалы изделие – микротурбина тирәләй ойошторолорға тейешлеген билдәләне. Бәләкәй размерлы газ турбинаһы двигателен һәм ҡулайламаһын сығарыу буйынса етерлек кимәлдә тәжрибәһе булған «Гидравлика» был өлкәлә төп ролде башҡара ала.  Был предприятие кластерҙың нигеҙе, партнерҙарын үҙе тирәләй берләштергән төп база булырлыҡ мөмкинлеккә эйә.

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының инвестицион һәм инновацион эшмәкәрлек бүлеге начальнигы Елена Артемова республикала энергомашина төҙөү кластерынан башҡа, ағас эшкәртеү һәм туристик кластерҙың булдырылыуы тураһында әйтеп үтте. Уларҙы ойоштороуға бюджеттан 34 миллион һум аҡса бүленгән. Кем өлгөрөрәк, йәғни проектын нигеҙләп, бизнес-планын төҙөй ала, аҡса шуларға биреләсәк. Был сумманан тыш, БР-ҙың Венчур фонды сараларын һәм юғары уҡыу йорттарының фәнни-тикшеренеү, тәжрибә-конструкторлыҡ эштәренә бүленгән ресурстарҙы ла ҡулланырға мөмкин.

Күпмелер ваҡыттан һуң кластерҙарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе лә ихтимал. Мәҫәлән, микротурбиналар турист комплекстарын, ҡунаҡханаларҙы йылытасаҡ, ағас эшкәртеүҙән ҡалған биомасса ла йылылыҡ сығанағы булараҡ эшкә ҡушыласаҡ.  

Вячеслав Кружков беҙҙең республикала кластерҙар булдырыуға бәйле алып барылған сараларға яҡынса йомғаҡ яһаны. Беренсенән, эшмәкәрлек йүнәлеше, ҡатнашыусылар билдәләнгән.  Икенсенән, баҙар ихтыяжы асыҡланған, ниндәй күләмдә инвестициялар талап ителеүе иҫәпләп сығарылған. Мәҫәлән, микротурбина ҡулайламаһына иҫәпләүҙәр алып барылған ҡағыҙҙан файҙаланыуға тапшырылғанға тиклем 50 миллион һумдан ашыу сумма кәрәк буласаҡ. Төрлө сығанаҡтарҙан йыйғанда, был сумманы тултырырға була. Һәм, ниһайәт, Чехия (Брно ҡалаһы), Германияның ошоға оҡшаш кластерҙар булдырыу буйынса тәжрибәһе өйрәнелгән.  

Вячеслав Кружков немец эксперттары Курт Хорншильд и Карл-Хайнц Клингер әфәндегә  таныштырыу турын ойошторғандары һәм кластер моделен булдырырға ярҙам итеүҙәренә ҙур рәхмәтен белдерҙе.  Ысынлап та, унға яҡын кластеры уңышлы эшләп килгән Германия тәжрибәһе республика өсөн бик мөһим.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы һәм Германияның Иҡтисад һәм технологиялар министрлығы менән берлектә ғәмәлгә ашырыла. Немец эксперттары Курт Хорншильд һәм Карл-Хайнц Клингер   «Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт сәйәсәтен реструктуризациялауҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу»  проекты буйынса ФРГ яғынан төп консультанттар.