Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

90 йыл мәғариф һәм фәндең алғы һыҙығында

Сәйәсәт

Республика Президенты Мортаза Рәхимов “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын журналдың 90 йыллығы менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

“Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙе республиканың уҡытыусылар журналы – «Башҡортостан уҡытыусыһы»ның тәүге һаны сыға башлауға 90 йыл тулыу уңайы менән ихлас ҡотлайым!

Уҙған тиҫтәләгән йылдар эсендә журналдың исеме, йөкмәткеһе һәм биҙәлеше үҙгәрҙе. Ләкин иң мөһиме – мәктәптәргә ғәмәли ярҙам күрһәтеүгә, уҡытыусыларҙың көндәлек хеҙмәте тураһында хәстәрлек күреүгә йүнәлеш һаҡланып ҡалды. Хәҙерге исемен журнал 1936 йылда алды һәм һәр ваҡыт үҙ тәғәйенләнешенә тоғро хеҙмәт итә.

Һеҙҙең баҫма наҙанлыҡты бөтөрөүҙә, дөйөм башланғыс, ете йыллыҡ, ә һуңынан урта белем биреүҙе раҫлауҙа ҙур роль уйнай. Уның биттәрендә башҡорт телен һәм милли мәктәптәрҙе үҫтереү, яңы шрифтар, тәүге уҡыу китаптары һәм методик әсбаптар индереү, алдынғы педагогик тәжрибә таратыу проблемалары тикшерелә.

Бөгөн дә үҙенең бай традицияларын үҫтереп, журнал мәғарифтың иң мөһим проблемалары буйынса конструктив фекер алмашыу өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ булып тора. Милли проектҡа, мәғариф системаһын модернизациялауға, уҡытыу-тәрбиә процесына инновацион методикалар һәм технологиялар индереүгә ҙур иғтибар бүленә. Һеҙҙең төп авторҙарығыҙ уҡытыусылар үҙҙәре, ғалимдар һәм белгестәр булыуы ҡыуаныслы. Баҫманың бик популяр булыуы тап шунан килә лә, һуңғы йылдарҙа уның тиражы 30 мең дананан ашып китте. Редакция коллективының байтаҡ абруйлы ватан матбуғаты наградаларына эйә булыуы ла осраҡлы күренеш түгел.

Киләсәктә лә һеҙ мәғариф һәм фәндең алғы һыҙығында булырһығыҙ, ҡатмарлы һәм яуаплы бурыстарҙы уңышлы башҡарып сығыуҙа Башҡортостандың уҡытыусылар корпусына булышлыҡ итерһегеҙ, тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, изге эшегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем.

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть