11 декабрь, Йәкшәмбе

29 ғинуар 2010 йыл, 10:32

Өфө властары 2010 йылда өс игеҙ бала тыуған ғаиләгә фатир бүләк итәсәк

автор: Елена Макушина

29 ғинуарҙа баш ҡала хакимиәтендә яңы, 2010 йылдың тәүге сабыйҙарын тәбрикләү тантанаһында Өфөнән күп балалы Ғабдрахимовтар ғаиләһенә фатир асҡысы тапшырыласаҡ. Быйыл ғаиләлә өс игеҙ бала – ике ҡыҙ һәм бер малай тыуҙы. Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә яңы, 2010 йылдың, беренсе көнөндә баш ҡалалағы 27 ғаиләлә 28 бала тыуҙы – 14 малай һәм 14 ҡыҙ.

16 ғаиләлә был тәүге бала, һигеҙендә – икенсе, береһендә – өсөнсө бала, ә тағы береһендә – алтынсы. Ә бер ғаиләлә игеҙәктәр – ике малай тыуған.

Яңы тыуған сабыйҙарҙың ата-әсәләре, башлыса, юғары һәм урта махсус белемле, ҡаланың төп предприятиелары, банктар, бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, ҡайһы бер әсәләр – ваҡытлыса эшләмәүсе йорт хужабикәләре.

Һуңғы йылдарҙа Өфөлә тыуымдың тотороҡло артыу тенденцияһы күҙәтелә. 2009 йылда 13619 сабый тыуҙы, был 2008 йылдағынан 459-ға күберәк. Һуңғы ике йылда баш ҡалала халыҡтың тәбиғи артыуы билдәләнә. Был күрһәткес буйынса Өфө Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында беренсе урында.

Сабыйҙар үлеме кимәленең дә тотороҡло кәмеүе күҙәтелә. «Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, 2009 йыл йомғаҡтары буйынса Өфөлә был күрһәткес 1000 тере тыуған сабыйға 5,4 тәшкил итә.

Өфөлә өс игеҙ бала тыуған ғаиләләргә ҙур иғтибар бүленә. 2002 йылдан башлап уларға фатир асҡысы тапшырыла. 25 ошондай ғаилә торлаҡ менән тәьмин ителде лә инде.

Бөгөн, 29 ғинуарҙа,  Өфө хакимиәтенең ҙур залында яңы йылдың тәүге сабыйҙарын хөрмәтләү тантанаһы үткәрелә. Хакимиәт башлығы Павел Качкаев сабыйҙары 1 ғинуарҙа тыуған ғаиләләрҙе ҡотлап, тыуыу тураһында иҫтәлекле таныҡлыҡтар, аҡсалата ярҙам һәм бүләктәр тапшырасаҡ.

темалар: демография