6 декабрь, Шишәмбе

29 ғинуар 2010 йыл, 10:06

Германия эксперттары турист кластерын булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Германия эксперттары республикала турист кластерын булдырыу менән бәйле башҡарылған саралар менән танышты.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Германия делегацияһы Башҡортостанға “БР сәнәғәте сәйәсәтен реструктуризациялау буйынса проекттарҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу” проектын ғәмәлгә индереү сиктәрендә 26 ғинуарҙа килгәйне.

Был Германия эксперттарының Башҡортостанға икенсегә килеүе. Уҙған йылдың көҙөндә Курт Хорншильд һәм Карл-Хайнц Клингер әфәнде Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендәге спорт үҙәге эше менән танышты, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүездең эре предприятиеларын ҡараны. Шунда республикала кластерҙар үҫтереү буйынса эш төркөмдәре төҙөлдө.

Кисәге ултырышта турист кластерҙарын булдырыу менән бәйле алып барылған саралар тикшерелде. Бер нисә ай элек иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко етәкселегендәге Туриндустрия союзы ойошторолғайны. Ә декабрҙә Өфөлә Рәсәйҙең төрлө төбәгенән йыйылған турист бизнесы вәкилдәренең “Туризмда инновация” бөтә Рәсәй конференцияһы үтте. Был конференцияла илдән ситтәге туризм мәсьәләләре тикшерелде.  

Башҡортостандың туризм үҫеше буйынса федераль маҡсатлы программаға индерелеүе республикала туризм бизнесын үҫтереүгә тағы бер этәргес булды.  

Эш төркөмө ағзалары юл янында хеҙмәтләндереү концепцияһын әҙерләне, ентекле өйрәнеү өсөн ул Республика Хөкүмәтенә ебәрелгән.

Әлеге ваҡытта турист навигаторы төҙөлә, уның нигеҙендә веб-портал булдырыласаҡ. Ултырышта яңы туристик объекттар иҫәбенә Сәйетбаба, Ҡыҙыл Яр, Килем кеүек милли тарихи-мәҙәни үҙәктәр ҙә индерелде.

Үҙ сиратында, немец эксперттары был йүнәлеште Германияның Мекленбург — Алғы Померания федераль ерендә ойошторолған һаулыҡ һаҡлау һәм туризм кластеры өлгөһөндә үҫтереү өсөн практик рекомендациялар бирҙе. Немец коллегалар фекеренсә, был йүнәлештең перспективалары бик ҙур. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса Германияла ғына пенсия йәшенә еткән байтаҡ кеше ҙур күләмдәге аҡсаларын һаулығына һәм һауыҡтырыу туризмына сарыф итергә әҙер.

— Германия халҡы оҙон ғүмерле. 65 йәшендә эштән китеп, артабан күп ваҡытын халыҡ һаулыҡҡа һәм ял итергә бүлә, — тине Карл-Хайнц Клингер. – Пенсия йәшендәге кешеләрҙән һорау алыуҙар буйынса матди сара етәрлек күләмдә, һәм улар аҡсаһын һауыҡтырыусы туризмға сарыф итергә ниәтләүе асыҡланған. Башҡортостан Европа туристарын йәлеп итерлек төбәк булырға тейеш. Сәйәсәт ярҙамы ла турист бизнесы үҫешендә мөһим роль уйнай.  Ә беҙҙә Башҡортостан етәкселеге был йүнәлешкә ныҡлы иғтибар бүлә һәм төбәккә өҫтәмә инвестициялар йәлеп итергә ынтыла.