9 декабрь, Йома

29 ғинуар 2010 йыл, 9:29

Социалистик Хеҙмәт Геройы Флүр Ғәлимйәнов вафат булды

автор: "Башинформ"

2010 йылдың 28 ғинуарында Социалистик Хеҙмәт Геройы, “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ветераны Флүр Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов ҡаты ауырығандан һуң 78-се йәшендә вафат булды.

Флүр Ғәлимйәнов 1932 йылдың 1 февралендә БАССР-ҙың Балтас районы Илекәй ауылында тыуған. 1949 йылда ошо уҡ райондың “Осҡон” колхозында эшләй башлай. Совет Армияһы сафында дүрт йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеген машиналар эшләү тармағын үҫтереүгә арнай. 1955 йылда Өфө авиация институтын тамамлай һәм “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә инженер-конструктор, өлкән мастер, цех начальнигы урынбаҫары, төп инженер булып эшләй.

Предприятиела эшләгән осорҙа Флүр Ғәлимйән улы үҙен юғары квалификациялы, аҡыллы белгес, оҫта ойоштороусы һәм талапсан етәксе итеп күрһәтә. Бөтә вазифаларҙа ла ҡушылған эшкә һәр саҡ  юғары яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ менән ҡарай.

Флүр Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов ҡаланың һәм республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ул ихласлыҡ, күңел ябайлығы, баҫалҡылыҡ һәм кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәт кеүек һоҡланғыс кешелек сифаттары менән айырылып торҙо, ошоноң һөҙөмтәһендә лайыҡлы абруй ҡаҙанды.

Флүр Ғәлимйән улының күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте Ленин ордены, Социалистик Хеҙмәт Геройының “Ураҡ һәм Сүкеш” алтын миҙалы, башҡа бик күп миҙалдар, Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары менән билдәләнде, уға “Почетлы машина эшләүсе” тигән исем бирелгән.

Талантлы ойоштороусы, етәксе һәм һоҡланғыс кеше Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Некрологка республика Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡул ҡуйған.

темалар: хәтер