9 декабрь, Йома

28 ғинуар 2010 йыл, 17:41

«Башҡортостандың бизнес потенциалы» республика форумы 19 февралгә билдәләнгән

автор: Любовь Колоколова

19 февралдә Өфөлә, Конгресс-холл бинаһында, “Башҡортостандың бизнес потенциалы” республика форум-күргәҙмәһе үтәсәк.  Уны ойоштороусылар – “Берҙәм Рәсәй” бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ҡатнашлығында Башҡортостан Рееспубликаһы Хөкүмәте, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, “Рәсәй терәге” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлеге, БР Эшҡыуарҙар ойошмаһы ассоциацияһы, БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.  

2009 йылда Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы сараларын бойомға ашырыуға йомғаҡ яһау һәм 2010 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереү механизмдарын, перспективаларын тикшереү форумдың төп маҡсаты иҫәпләнә.

Ошоға бәйле үтәсәк бәхәстәрҙә дәүләт власының федераль органдары, республика етәкселеге һәм урындағы үҙидара, эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт ойошмалары, төбәктең бизнес йәмәғәтселеге һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Форум программаһы асыҡлана.