Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Һайлау участкаларын төҙөү тамамланды

Сәйәсәт

Башҡортостанда өс бер мандатлы һайлау округы – 33-сө Төньяҡ, 49-сы Көньяҡ һәм 50-се Мәләүез округтары буйынса БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау үткәреү өсөн һайлау участкалары төҙөү процесы тамамланды.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау үткәреү буйынса Календарь саралар планына ярашлы, 33-сө Төньяҡ бер мандатлы һайлау округына ингән Асҡын, Балтас һәм Мишкә райондары хакимиәт башлыҡтары ҡарары менән 157 һайлау участкаһы ойошторолдо. Шул иҫәптән Асҡын районында — 46 һайлау участкаһы, Балтаста — 51, Мишкә районында — 60 һайлау участкаһы. Йылайыр, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондары ингән 49-сы Көньяҡ бер мандатлы округ биләмәһендә 138 һайлау участкаһы төҙөлдө (Йылайырҙа – 32 участка, Күгәрсендә – 55, Көйөргәҙелә — 51 һайлау участкаһы). 50-се Мәләүез бер мандатлы округында (Мәләүез районы һәм ҡалаһы) 46 һайлау участкаһы ойошторолдо.

Территориаль һайлау комиссиялары участка һайлау комиссияларын ойоштороу буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә башланы.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть