Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

"Байыҡ" башҡорт бейеүе Республика балалар конкурсы тураһында

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов "Байыҡ" башҡорт бейеүе Республика балалар конкурсы тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Был башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи мираҫын һаҡлау, үҙешмәкәр халыҡ ижадын популярлаштырыу, ижади йәштәрҙең халыҡ хореографияһына ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеү маҡсаттарында эшләнде.

Указға ярашлы, Башҡортостанда йыл һайын 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге башҡарыусылар араһында Башҡортостан Республикаһы Президенты приздарына "Байыҡ" башҡорт бейеүе Республика балалар конкурсы үткәреләсәк.

Хөкүмәткә Республика балалар конкурсы тураһында Положение эшләргә һәм раҫларға, уны әҙерләү һәм үткәреү буйынса комиссия составын төҙөргә һәм раҫларға күрһәтмә бирелде. БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығына, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһына конкурсты әҙерләү һәм үткәреүҙе ойошторорға ҡушылды. БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡҡа һәм "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһына — конкурсты киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыуҙы тәьмин итергә.

Был Указдың үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть