8 декабрь, Кесе йома

28 ғинуар 2010 йыл, 14:17

«Мираҫ» бейеү ансамбле яңыртылған программа тәҡдим итә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Мираҫ» фольклор бейеү ансамбле тамашасыларға яңыртылған программа тәҡдим итәсәк. Уны презентациялау 29 ғинуарҙа Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында үткәрелә.

Ансамбль етәксеһе Валерий Степанов хәбәр итеүенсә, тамашасыларҙы ябай концерт ҡына түгел, ә бик күп вокаль-хореографик композицияларҙан торған ысын тамаша көтә.

«Мираҫ» коллективы йома көнөндәге концертта күрһәтергә әҙерләгән яңы номерҙарҙың береһе – «Төрөк бейеүе». Уны махсус рәүештә Төркиәнән саҡырылған ҡунаҡ – балетмейстер Нурсач Доганешик ҡуйған. Шулай уҡ был кистә ансамблдең вокаль-инструменталь составы тәүге тапҡыр төрөк һәм мари халыҡ йырҙарын башҡарасаҡ.

Билдәле булыуынса, «Мираҫ» ансамбле 1992 йылдың октябрендә халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы президиумы ҡарары буйынса ойошторола. 2006 йылда ансамбль «Мираҫ» фольклор бейеү ансамбле муниципаль учреждениеһы тип үҙгәртелә. Шул йылда уҡ коллектив составында үҙ вокаль-инструменталь төркөмө барлыҡҡа килә.

Ошо 18 йыл эсендә ансамбль күп тапҡырҙар лауреат була һәм күп кенә халыҡ-ара фестивалдәр һәм конкурстар Гран-прийын яулай, төрлө форумдарҙа ҡатнаша. «Мираҫ» фольклор бейеү ансамблен республикабыҙ һәм Рәсәй ҡалалары ғына түгел, шулай уҡ күп сит илдәр — Бельгия, Франция, Испания, Португалия, Болгария, Венгрия, Лаос, Вьетнам тамашасылары лы белә һәм ярата.

темалар: концерттар