7 декабрь, Шаршамбы

28 ғинуар 2010 йыл, 13:46

2009 йылда Башҡортостанда 6,5 тонна аҙыҡ-түлек бракка сығарылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең БР буйынса идаралығы былтыр 1077 сифатһыҙ һәм  хәүефле аҙыҡ-түлек сеймалы һәм аҙыҡ-түлек продукттары партияһын ҡулланыуға яраҡһыҙ тип тапты. Сифатһыҙ продукцияның дөйөм ауырлығы 6,5 тонна самаһы тәшкил итте.

Башлыса былар ҡош-ҡорт ите продукцияһы, минераль һыуҙар, икмәк-булка һәм кондитер изделиелары, ит һәм ит продукттары. Инспекторҙар 330 литр ситтән килтерелгән алкоголле продукцияны бракка сығарҙы.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 7 миллион һумлыҡ 5 меңдән ашыу берәмек сифатһыҙ аҙыҡ-түлек булмаған ҡулланыу тауарҙары әйләнештән алынды.

темалар: сифат,күҙәтеү