Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

2009 йылда Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығы белгестәре 24 килограмм тәмәке ҡатышмаһын һатыуҙан алған

Йәмғиәт

Уҙған йылда Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығы тәмәке ҡатышмалары менән сауҙа иткән 55 юридик шәхесте һәм шәхси эшҡыуарҙы тикшергән.  «Башинформ» агентлығына Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү һөҙөмтәһендә бөтәһе 24 килограмм ауырлыҡта 1482 берәмек һатыуҙан алынған. Бындай эштәр РФ баш дәүләт санитар табибының “Тәмәке ҡатышмаларын реализациялауға күҙәтеүҙе көсәйтеү” ҡарарын үтәү нигеҙендә башҡарылған.  

Быйылдан иһә тәмәке ҡатышмалары әйләнеше Рәсәйҙә бөтөнләй тыйылған. РФ хөкүмәтенең 2009 йылдың 31 декабрендәге Рәсәйҙә тәмәке ҡатышмалары әйләнешен тыйыу тураһындағы ҡарары 22 ғинуарҙа көсөнә инде.  

Документ менән составында һаусәскә япрағы (Salvia Divinorum), гавайя розаһы орлоғо (Argyrea Nervosa), күк лотос сәскәһе һәм япрағы (Nymphea Caerulei) кеүек компоненттары булған тәмәке ҡатышмаларын эшләп сығарыу, һаҡлау, һатыу, таратыу, шулай уҡ тәмәке ҡатышмалары контрабандаһына тыйыу һалына. Үрҙә һаналған үҫемлектәрҙе үрсетеү ҙә тыйылған.

Тәмәке һәм хуш еҫ биреүсе ҡатышмалар составында була торған 23 синтетик каннабиноид та наркотик һәм психотроп матдәләрҙең яңыртылған исемлегенә индерелгән.

Ғәмәлдәге закондар йыйылмаһына ярашлы, күрһәтелгән наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешен булдырған граждандар героин, кокаин һәм башҡа наркотиктар менән эш иткәндәр кеүек үк енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть