6 декабрь, Шишәмбе

28 ғинуар 2010 йыл, 13:05

Юридик шәхестәрҙе дәүләт теркәүе өсөн пошлина арттырылды

автор: Лилия Тыртышная

2010 йылдың 30 ғинуарынан РФ Һалым кодексының беренсе өлөшө 45-се статьяһына һәм икенсе өлөшө 25-се главаһына үҙгәрештәр һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттары үҙ көсөнә инә. Уларға ярашлы, юридик шәхестәрҙе һәм индивидуаль эшҡыуарҙарҙы дәүләт теркәүе өсөн пошлина күләме ике тапҡырға арта.

Мәҫәлән, юридик шәхесте теркәү өсөн дәүләт пошлинаһы хәҙер 4000 һум тәшкил итәсәк, элек уның күләме 2000 һум ине. Юридик шәхес ойоштороу документтарына индергән үҙгәрештәрҙе теркәү, шулай уҡ юридик шәхесте бөтөрөүҙе дәүләт теркәүе (юридик шәхес банкротлыҡ процедураһын ҡулланыу тәртибендә бөтөрөлгән осраҡтарҙан тыш) – 800 һум. Индивидуаль эшҡыуар сифатында теркәлгән физик шәхестәргә лә ошондай уҡ сумма түләргә тура киләсәк. Индивидуаль эшҡыуар сифатында эшмәкәрлекте туҡтатыуҙы теркәү хәҙер 160 һумға төшәсәк.