7 декабрь, Шаршамбы

28 ғинуар 2010 йыл, 12:36

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

автор: Ғәлиә Нәбиева

2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде. Конкурс Рәсәйҙең барлыҡ федераль округтарында ла алып барыла. Конкурста ҡатнашыусыларҙың төп бурысы – Рәсәй граждандарына халыҡ иҫәбен алыуҙың мөһимлеген һәм актуаллеген аңлатыу, һәм был сарала ҡатнашыуға халыҡты мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү. Етди сараға ни бары бер нисә ай ҡалған, һәм ошо арала рәсәйлеләргә халыҡ иҫәбен алыуҙың үҙе тураһында, алымдары, үткәреү ҡағиҙәләре, халыҡ иҫәбен алыусыларҙың эш шарттары хаҡында хәбәр итеү мөһим.  

Акцияны ойоштороусы “МедиаСоюз” әйтеүенсә, конкурс һәйбәт журналистарҙы билдәләү өсөн генә уҙғарылмай. Уның ярҙамында аудиторияға халыҡ иҫәбен алыу кеүек ҙур проект тураһында күләмле мәғлүмәтте еткерергә кәрәк. Халыҡ иҫәбен алыуға илебеҙҙең һәр гражданын йәлеп итергә кәрәк, ә журналистар конкурсы быға мотлаҡ булышлыҡ итәсәк.

Конкурс бар федераль округтарҙа үткәрелә. Теләге булған һәр мәғлүмәт сараһы конкурста ҡатнаша ала. Конкурсты округтарға бүлеп үткәреүҙе ойоштороусылар һәр округтың халыҡ иҫәбен алыуға тәьҫир итәсәк үҙенә күрә объектив һәм субъектив спецификаһы булыуы менән аңлата.

Ҡатнашыусыларҙы алдан билдәләмәйенсә конкурс бер турҙа үткәрелә. 2010 йылдың 1 ғинуарынан 30 октябренә тиклем баҫмала донъя күргән йәки эфирға бирелгән материалдар ҡабул ителә. Уларҙы биш номинацияла баһалайҙар: халыҡ иҫәбен иң яҡшы яҡтыртыусы төбәк матбуғат баҫмаһы, төбәк радиостанцияһы, төбәк интернет сараһы, телеканал һәм айырым номинация – төбәк матбуғат баҫмаһы хәбәрсеһенең иң яҡшы материалы. Дөйөм премия фонды 4,3 миллион һум менән иҫәпләнә. Конкурс йомғаҡтары 2010 йылдың 30 ноябренә тиклем иғлан ителәсәк.

Конкурс положениелары менән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сайтында танышырға мөмкин, адресы: http://perepis-2010.ru/konkursy/ .