11 декабрь, Йәкшәмбе

28 ғинуар 2010 йыл, 11:57

«Әсәлек илаһилығы» бөтә Рәсәй программаһы нигеҙендә Рәсәйҙә ике проект ғәмәлгә ашырыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

«Әсәлек илаһилығы» – «Рәсәй милли даны үҙәге» йәмәғәт ойошмаһы программаһы ул.

Ул йәмәғәтселек аңында ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡҡа иң ҙур ҡиммәттәргә булған кеүек ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Программаны бойомға ашырыусы тәүге майҙансыҡ булып Красноярск һайланған. Яҡын арала проект Саранск, Дондағы Ростов, Вологдала тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.  

Программаны әҙерләүселәр әйтеүенсә, мөһим социаль институт булараҡ ғаиләгә ярҙам итеү, физик һәм рухи яҡтан сәләмәт рәсәйлеләрҙең яңы быуыны тыуыуына булышлыҡ итеү – дөйөм халыҡ өсөн, кешелек өсөн мөһим бурыс.

Был бөтә Рәсәй программаһына нигеҙ булып тороусыларҙың береһе — “Һин яңғыҙ түгел” проекты. Ул ауыр хәлдә тороп ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға адресланған һәм тәү сиратта аборттарҙы профилактикалауға йүнәлтелгән. Психологтарҙың балаһын алдырырға ниәтләгән ҡатындар менән эшләүе һөҙөмтәһендә 18 пациент был уйынан баш тартҡан һәм сабыйын һаҡлап алып ҡалған.

Дәүләт учреждениеларының йәмәғәт ойошмаларында психологтар эшләй башлауына әҙерлек алдан алып барылған булыуын билдәләү мөһим. Милли дан үҙәге аборт проблемалары буйынса йәмәғәтселек менән бәхәс ҡорған, киң мәғлүмәт сараларында статьялар баҫтырған. Йәмәғәт ойошмаһы менән дәүләт етәкселегенең берҙәм эш һөҙөмтәһендә РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы менән “Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында медик-социаль ярҙамды ойоштороуҙы камиллаштырыу саралары тураһында” ҡарар ҡабул ителә һәм уның нигеҙендә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы штатына психолог вазифаһы индерелә.  

“Әсәлек илаһилығы” программаһының икенсе йүнәлеше булып “Волонтер” проекты буйынса йәштәр менән эшләү тора.

Был проектта ҡатнашҡан йәштәр күп балалы һәм имен булмаған ғиләләргә ярҙам итә һәм үҙенә күрә никах, сәләмәт ғаилә ҡиммәттәрен таратыусы ролен үтәй.

Быйылғы йылдың мартында Красноярск дәүләт педагогия университеты нигеҙендә бөтә Рәсәй волонтерҙар штабы эшләй башлай. Уның рәтенә Башҡортостан йәштәре лә яҙыла ала.

“Әсәлек илаһилығы” программаһы менән таныштырыу өсөн Башҡортостанға яҡын арала уның етәксеһе Андрей Коченов һәм киң мәғлүмәт саралары проекты етәксеһе Олег Казанцев килергә йыйына.