4 декабрь, Йәкшәмбе

28 ғинуар 2010 йыл, 11:46

Лилиә Ғүмәрова Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил итеп тәғәйенләнде

автор: Николай Ермоленко | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил барлыҡҡа килде. Декабрҙә Башҡортостан парламенты депутаттары ярашлы республика законы ҡабул иткәйне, ә бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 21-се ултырышында Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына Лилиә Ғүмәрованы һайланы. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил ант бирҙе һәм бөгөндән үк үҙ бурыстарын үтәүгә тотона ала.

Беҙҙең белешмә

Лилиә Ғүмәрова 1972 йылдың 16 декабрендә Учалы ҡалаһында тыуған, 1994 йылда — Башҡорт дәүләт педагогия университетын «Педагогика һәм психология» белгеслеге буйынса, ә 2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (юриспруденция) тамамлаған.

Университетты тамамлағас, ете йыл Учалы ҡалаһының 10-сы урта мәктәбендә педагог-психолог, психология уҡытыусыһы булып эшләй, 2001-2005 йылдарҙа I категориялы белгестән алып Учалы ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһына тиклем юл үтә, ҡала һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары булып 2007 йылға тиклем эшләй. 2007 йылдан әлеге тәғәйенләүгә тиклем Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының социаль үҫеш, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү бүлеге мөдире була.