Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы башланды

Сәйәсәт

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 21-се – яҙғы сессияла тәүге ултырышы башланды. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары, Башҡортостан Республикаһының суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, Президент Хакимиәте, Дәүләт Йыйылышы Секретариаты һәм республика Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Депутаттар ҡабул иткән көн тәртибендә – «2009 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте торошо тураһында» доклад, Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләү, Башҡортостан Республикаһы суд участкаларының туғыҙ мировой судьяһы вазифаһына һайлау, 26 республика закон проектын ҡарау, уларҙың 18-һен – беренсе уҡыуҙа, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай менән Һарытау өлкә Думаһы араһында ҡануниәт эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек буйынса Килешеү тураһында» ҡарар ҡабул итеү.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть