11 декабрь, Йәкшәмбе

28 ғинуар 2010 йыл, 10:27

Башҡортостанда тыуым арта, сабыйҙар үлеме кәмей

автор: Елена Макушина

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының яҡынса мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр Башҡортостанда 55700 сабый донъяға килгән. 2008 йылда республикала 54493 бала тыуғайны.

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова хәбәр итеүенсә, 2009 йылда бер йәшкә тиклемге 391 бала вафат булғайны, ә 2008 йылда 505 сабый был йәшкә етә алманы.

Республикала сабыйҙар үлеме күрһәткесе 1000 тере тыуған балаға 7,0 тәшкил итә. Бынан алдағы йылда ул 9,4-кә еткәйне. Рәсәй статистика идаралығының 2009 йылдың 11 айы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, сабыйҙар үлеменең Рәсәй буйынса уртаса күрһәткесе 8,1 тәшкил итә.

Сабыйҙар үлеме осраҡтары Архангел (2008 йылда был күрһәткес 22,1-гә еткәйне) һәм Федоровка (2008 йомғаҡтары буйынса – 11,6) райондарында теркәлмәгән.

Түбән күрһәткестәр Өфө (1000 тере тыуған сабыйға 5,4), Ағиҙел (4,4), Стәрлетамаҡ (5,4), Октябрьский (3,6), Күмертау (3,7) ҡалаларында билдәләнгән.

Райондар араһында иһә Краснокама (3,0), Кушнаренко (2,6), Күгәрсен һәм Бәләбәй (3,8) райондарында сабыйҙар үлеме республика буйынса уртаса күрһәткестән кәмерәк.

Шул уҡ ваҡытта, Рәлиҙә Шакирова әйтеүенсә, 27 биләмәлә был күрһәткес уртаса республика күрһәткесенән юғарыраҡ.

«Сабыйҙар һәм әсәләр үлеме күрһәткестәре башҡарма власть һәм урындағы үҙидара эшмәкәрлегенең социаль-иҡтисади һөҙөмтәлелеген баһалауҙың төп критерийҙарының береһе булып тора, — тине Рәлиҙә Муса ҡыҙы. – Был күрһәткестәр ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға медицина ярҙамы ойоштороу сифатын һәм кимәлен генә түгел, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау системаһының һәм тотош йәмғиәттең торошон сағылдыра».