6 декабрь, Шишәмбе

28 ғинуар 2010 йыл, 10:22

Виктор Зубков Башҡортостандың эпидемияға ҡаршы өҫтәмә саралар йәлеп итеүсе төбәктәр иҫәбендә булыуын билдәләне

автор: Елена Макушина

РФ Хөкүмәте рәйесе Виктор Зубков Башҡортостандың эпидемияға ҡаршы сараларҙы ойоштороуға, атап әйткәндә, киҙеүгә ҡаршы вакцинацияға,  өҫтәмә финанс сараларҙы әүҙем  йәлеп итеүсе төбәктәр иҫәбендә булыуын билдәләне.

Көн элгәре вице-премьер Рәсәй Федерацияһы территорияһына юғары патогенлы грипп вирусын индереү арҡаһында тыуған сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм таралыуына юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса РФ Хөкүмәте Комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Видеоконференция режимында уҙғарылған ултырышта Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты.

«Башинформ» агентлығына Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала миҙгел киҙеүенән 1159123 кеше вакцинацияланған, был республика халҡының дөйөм иҫәбенең 28,6 проценты. Шул иҫәптән “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проекты нигеҙендә 800 мең кеше прививка яһатҡан (100 процент), муниципаль берәмектәр иҫәбенә — 86 мең, эш биреүселәр сараһына – 266,5 мең, ә шәхси иҫәптән 6,9 мең кеше вакцинацияланған.

А/H1N1/sw юғары патогенлы киҙеүгә ҡарата һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереү өлкәһе, дәүләт муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттарын һәм балаларҙы иммунлаштырыу дауам итә.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән иҫкәртәләр, киҙеү вирусы һауа юлынан тарала, шуға күрә мөмкин тиклем халыҡ йыйылған урындарҙан ситтә торорға, битлек кейергә, йышыраҡ ҡулдарҙы йыуырға, дезинфекциялы таҙартыу үткәрергә һәм бинаны күберәк елләтергә кәрәк. “Вакцинация эффектлы профилактика һанала, һәм ул беҙҙә бушлай башҡарыла”, — тип өҫтәнеләр матбуғат хеҙмәтенән.