10 декабрь, Шәмбе

28 ғинуар 2010 йыл, 9:44

«Берҙәм Рәсәй” партияһы эшмәкәрлегенең мөһим мәсьәләләре ҡаралды

автор: Азат Саҙрыев, Марина Шумилова

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһе төбәк сәйәси советы президиумының ултырышы булды.

Президиум ағзалары партияның төбәк бүлексәһе ҡарамағындағы көрсөккә ҡаршы төркөмдәрҙең эшен тикшерҙе. “Өлөшсөләр һәм вкладсылар” төркөмө етәксеһе, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Хәлимов әйтеүенсә, көрсөккә ҡаршы төркөм Өфөләге Ҡояшлы биҫтәһе төҙөлөшөн контролгә алған. Бында әле күп фатирлы йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу тотҡарлана. Хәлдең айышына төшөнөү һәм 700-ҙән ашыу алданған өлөшсөгә ярҙам итеү өсөн махсус комиссия ойошторолған. БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин уның рәйесе итеп тәғәйенләнгән. Объектты файҙаланыуға тапшырыуҙың тотҡарланыуы сәбәптәрен комиссия Эске эштәр министрлығы һәм прокуратура органдары менән берлектә асыҡлай.

“Пенсионерҙар” көрсөккә ҡаршы төркөмө етәксеһе, РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров йыл башынан алып пенсияларҙың валоризацияны иҫәпкә алып түләнеүе хаҡында хәбәр итте. Ғинуар өсөн бөтә түләүҙәр тулыһынса тормошҡа ашырылған.

“Профсоюздар” көрсөккә ҡаршы төркөмө эш хаҡы буйынса бурысты кәметеү эшен дауам итә. “Ҡыҙыу элемтә” эшмәкәрлеге иң һөҙөмтәле алымдарҙың береһе тип танылды. Ул хәлде тикшерергә һәм һәр мөрәжәғәт буйынса сара күрергә булышлыҡ итә. Төбәк сәйәси советы секретары, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, көрсөккә ҡаршы төркөмдәрҙең эшмәкәрлек йүнәлештәре бөгөн бик мөһим.

Президиум ултырышында шулай уҡ төрлө кимәлдәге вәкиллекле органдарҙы һайлауға ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде. Берҙәм тауыш биреү көнө — 14 мартта Башҡортостанда 59 һайлау кампанияһы үтәсәк. Уларҙа 73 депутат мандаты биреләсәк.

Ултырыш барышында “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк сәйәси советы президиумы ағзалары шулай уҡ 2010 йылдың тәүге яртыһында үҙ эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен тикшерҙе.

темалар: партиялар