11 декабрь, Йәкшәмбе

28 ғинуар 2010 йыл, 9:33

Башҡортостан электричкалары расписаниеһын «Яндекс» аша белергә мөмкин

автор: Любовь Колоколова

Куйбышев тимер юлына ҡараған «Баштранспригород» предприятиеһының ҡала яны электричкалары расписаниеһын хәҙер «Яндекс» эҙләү системаһында табырға була (http://rasp.yandex.ru). Башҡортостан халҡы, өйҙән сыҡмайынса, үҙенә кәрәкле электричка хаҡында мәғлүмәт алыу, йөрөү ваҡытын һәм билет хаҡын белешеү мөмкинлеген алды.  

«Яндекс» компанияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, расписаниелар яҙылған ҡағыҙ белешмәгә ҡарағанда, «Яндекс.Расписаниелар» көнөндәге һәр үҙгәреште иҫәпкә алып, әлеге ваҡытта юлға сығасаҡ поездарҙы ғына күрһәтә, мәҫәлән, Өфөнән Ҡарламанға юлланасаҡ электричканы ҡарайыҡ. «Яндекс» уның ниндәй туҡталыштар менән һәм юлда күпме ваҡыт барасағын күрһәтә. Әлеге ваҡытта электричкалар хәрәкәтен http://rasp.yandex.ru/trains# сайтынан ҡарарға мөмкин.

Расписаниены веб-сервиста ла, шулай уҡ уның мобиль вариантында ла табырға була: m.ya.ru/rasp. Тимәк, электричкаға ашыҡҡанда, йүгерергә кәрәкме, әллә икенсеһен көтөргәме – һеҙ быны еңел генә хәл итәсәкһегеҙ.  

«Баштранспригород»тың ҡала яны поездарынан тыш, бөгөн «Яндекс»та Һамар, Түбәнге Кама, Яр Саллы, Пенза һәм Ульяновск өлкәләре юлдарынан, шулай уҡ Мордовиянан килгән электричкалар раписаниеһын да табырға мөмкин. Волга буйы электр поездары хәрәкәте тураһындағы мәғлүмәт менән “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлы тәьмин итә.