Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Йәш экологтар дипломдар алды

Йәмғиәт

Өфөнөң 1-се ҡала (экология) китапханаһында йәштәр дискуссион экология клубы ҡатнашыусылары экология мәсьәләләрен тикшерҙе. Беҙҙең планетала һәм республикала климат үҙгәреү проблемалары тураһында юғары класс уҡыусыларына һәм студент-экологтарға Башгидромет үҙәгенең баш синоптигы Анна Казаева һөйләне.

БР Экологтар союзы вәкилдәре сарала ҡатнашыусыларҙы ойошманың 2009 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән таныштырҙы һәм “Экология киләсәге – йәштәр ҡулында” исемле йыл һайын үткәрелгән конференцияһы өсөн Өфө профессиональ педагогия колледжы студенттарының  “Төбәк 02” тәбиғәтте һаҡлау дружинаһы рәсми булмаған йәмәғәт ойошмаһына “БР тәбиғәтен һаҡлаған өсөн” дипломдарын тапшырҙы. Шулай уҡ иң әүҙем экология инспекторҙарын да дипломдар менән билдәләнеләр.

Теги: экология
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть