11 декабрь, Йәкшәмбе

27 ғинуар 2010 йыл, 18:04

Ауылда төп килем сығанағы – ярҙамсы хужалыҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ауыл халҡын эш менән тәьмин итеү бөгөн халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү буйынса координацион совет ултырышының төп темаһына әйләнде. Республика халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәүе берәүгә лә сер түгел. Шуға күрә төбәк именлеге ауыл кешеһе килеме күләменә лә бәйле. Быйылғы йылға республика менән билдәләнгән өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе -  ауыл халҡын эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереүгә ныҡлы иғтибар биреләсәк. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Марат Шәйхуллов координацион комитетта ҡатнашыусыларҙы республика хеҙмәт баҙарындағы хәлдәр менән таныштырҙы. Көрсөккә ҡарамаҫтан, ауыл ерендә эшһеҙлек күрһәткесен 1,95 процент кимәлендә һаҡлап ҡалырға өлгәшкәндәр. Хәҙерге ваҡытта республика хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте бөтөрөү өсөн ике программаны ғәмәлгә ашыра. 2009 йыл йомғаҡтары буйынса беренсе федераль программа нигеҙендә генә 14 мең граждан эшкә урынлаштырылған. Өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыуға 791 миллион һум бүленгән, шул иҫәптән республика бюджетынан – 39 миллион һумдан ашыу.  

Был программаларҙың бер йүнәлеше – эштән ҡыҫҡартылыу алдында торған граждандарҙы, эш урынын һаҡлап, йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү. Ултырышта был йүнәлеш арҡаһында республика халҡының күбеһе предприятиеларында эш урынын һаҡлап ҡалыуға өлгәшеүен билдәләнеләр.

Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеүгә эшһеҙҙәргә дәүләттең үҙ эшен асырға ярҙам итеүе лә булышлыҡ итә. Бәләкәй бизнесын асыуға ярҙамды уҙған йылда 1159 граждан алған. 2010 йылда үҙ эшен башларға йыйынған ауыл халҡы эшкә алған һәр эшсеһе өсөн өҫтәмә аҡсалата ярҙам ала башлаясаҡ. Бер кеше башына – 58,8 мең һум.

Эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеүсе программаның яңы йүнәлештәренең береһе булып уҙған йылда инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға ярҙам итеү торҙо. Махсус йыһазландырылған эш урындарына былтыр 204 инвалид урынлаштырылған, шуларҙың 94-е – ауылда.

Ултырышта хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеүгә йүнәлтелгән саралар тикшерелде. Ауыл ерендә был шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ярҙам итеү һәм ауыл халҡы етештергән продукцияны һатыуҙы ойоштороу. Был турала Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Николай Коваленко һөйләне.

Ауылда төп килем сығанағы бөгөн – шәхси ярҙамсы хужалыҡта етештерелгәнде реализациялау. Улар республикала яҡынса 580 мең иҫәпләнә. Хужалыҡтарҙың 160 мең гектарға яҡын ере бар. Республикала дөйөм ауыл хужалығы продукцияһының 60 проценты тап уларҙыҡы. Улар иҫәбендә Башҡортостанда үҫтерелгән картуфтың 94 проценты, 74 процент  йәшелсә, 69 процент һөт, 71 процент ит. Белгестәр иҫәпләүе буйынса, шәхси хужалыҡта етештерелгән продукцияны һатыуҙан килгән килем айына бер ғаиләгә ете меңдән тура килә.

Уҙған йылда республика етәкселеге менән ауыл халҡына ярҙам итеү йәһәтенән күп нәмә эшләнгән. “2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше” программаһы нигеҙендә 2009 йылда ауылда 120 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, урамдан 123 километр газ үткәргестәр, 65 километр һыу үткәргестәр һуҙылған.  

282,3 миллион һумға 12 мең кредит бирелгән. Кредиттың процент ставкаларын ҡаплауға түләнгән субсидиялар күләме 137 миллионға еткән. Шәхси ихаталарҙа хеҙмәтте еңеләйтеү өсөн техниканы әүҙем ҡулланалар. Уҙған йылда ғына ауыл халҡы трактор паркын 278 берәмеккә арттырған. Был ярҙамсы хужалыҡтың тейешле потенциалы булыуы тураһында һөйләй.

Уларҙың артабанғы үҫешен булдырыу өсөн халыҡтан етештергән продукцияһын һатып алыуҙы ойоштороу мөһим. Әле Ауыл хужалығы министрлығы 2010-2012 йылдарға иҫәпләнгән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү буйынса республика программаһын әҙерләй. Унда халыҡтан һөт йыйып алыуҙы ойоштороу, уларҙы сифатлы орлоҡ материалдары, мал аҙығы менән тәьмин итеү кеүек һорауҙар хәл ителәсәк. Программа сиктәрендә йәнә тоҡом малы, ҡорт күстәрен, ауыл хужалығы өсөн кәрәкле техниканы һатып алыуҙы субсидиялау кеүек мәсьәләләр ҙә ҡараласаҡ. Өҫтәмә рәүештә даими ауыл хужалығы йәрминкәләре лә ойоштороласаҡ. Программаны республика Хөкүмәте февралдә үк әҙерләп бөтөргә йыйына.

Ултырышта шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы теркәү мәсьәләһен дә күтәрҙеләр. Бөгөнгә хужалыҡтарҙы теркәүҙе урындағы үҙидара органдары алып бара һәм хужалыҡ китаптарында күрһәтергә тейеш.