4 декабрь, Йәкшәмбе

27 ғинуар 2010 йыл, 17:50

Президент гранттарына дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү тамамлана

автор: Әлфиә Әһлиуллина

1 февралдә мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ижади проекттарҙы яҡлау өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты гранттарына дәғүә итеүгә заявкалар ҡабул итеү тамамлана.

БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо ваҡытҡа тиклем гранттар конкурсында ҡатнашырға теләүселәр бөтә кәрәкле документтарын тапшырырға тейеш. Заявка документацияһын әҙерләү һәм тапшырыу тәртибе БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы сайтында (www.mknprb.ru) бирелгән.

Президент гранттарына дәғүә итеүгә конкурс БР Президенты Мортаза Рәхимовтың “БР мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен дәүләт яҡлауының өҫтәмә саралары тураһында” Указына ярашлы үткәрелә.

Былтыр БР Президентының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге 100-әр мең һум күләмендәге гранттарына 25 кеше эйә булды, республиканың тағы биш ижади коллективы 300-әр мең һум алды. Былар БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Республика Хәрби Дан музейының “Данлы атлылар юлдары буйлап”, “Булат Йосоповтың киномәктәбе” проекттары, Сибай ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбенең “Гөлдәр” өлгөлө бейеү ансамбле һәм башҡалар.