4 декабрь, Йәкшәмбе

27 ғинуар 2010 йыл, 16:39

Ветерандарға Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата тәүге миҙалдар тапшырылды

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов бөгөн республикабыҙҙан ветерандарҙың тәүге төркөмөнә “1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл” юбилей миҙалдарын тапшырҙы. Тыуған илебеҙҙең яугир-еңеүселәренең тотош бер плеядаһын сағылдырыусы был 30 кешенең һәр береһе өсөн был ысын мәғәнәһендә мөһим ваҡиға, һәм күбеһе республиканың алыҫ райондарында йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, Ленинград блокадаһы тамамланыуҙың иҫтәлекле көндәрендә был юғары награданы беренселәрҙән булып алыу өсөн килеп етергә үҙендә көс тапҡан.

Мортаза Рәхимов әйтеүенсә, Бөйөк Еңеүҙе быйыл айырыуса киң ҡолас менән байрам итәсәктәр. Бөтә герой-ҡалаларҙа һәм хәрби округтар, флоттар һәм флотилиялар штабтары урынлашҡан ҡалаларҙа тәүге тапҡыр Дөйөм Рәсәй хәрби парады үткәреләсәк.

Республикабыҙ ҡалаларында һәм райондарында ла был байрам айҡанлы ҙур тантаналар планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта Еңеүҙең юбилей йылында Башҡортостанда һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына ярҙамға йүнәлтелгән саралар ҙа планлаштырылған.

Беҙҙә бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур иғтибар бирелә. Махсус рәүештә улар өсөн пенсияларына 50 процент күләмендә өҫтәмә ҡаралған. Бындай өҫтәмәләр шулай уҡ почетлы исемдәргә эйә булған бөтә ветерандар, һуғыш инвалидтары, сәйәси репрессиялар осоронда нигеҙһеҙ рәүештә енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм һуңынан аҡланған граждандар өсөн дә индерелгән.

— Башҡортостан фашизмға ҡаршы көрәшкә ғәйәт ҙур өлөш индерҙе, — тине Мортаза Рәхимов. — Өс меңдән ашыу яугир – ә был республикабыҙҙан фронтҡа китеүсе һәр икенсеһе — Тыуған илен һаҡлап батырҙарса һәләк булды. Яҡташтарыбыҙ – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал Миңлеғәли Шайморатов һәм башҡа бик күптәрҙең исемдәре беҙҙең өсөн ҡаҡшамаҫ ныҡлыҡ һәм батырлыҡ символдары булып тора.

Күптән түгел генә 9 майҙа бөтә ил буйлап тиҫтәләгән мең ветерандарыбыҙ парадҡа сыға торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был кешеләр сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Ауырыуҙар һәм йәш үҙенекен ала. Ветерандарҙың иң йәшенә бөгөн 80-дән ашҡан. Яу яланынан еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан фронтовиктарҙың күбеһе хәҙер гүр эйәһе. Мәҫәлән, республиканың баш ҡалаһында бөгөн ни бары өс меңдән ашыуыраҡ ветеран ҡалған.

— Ҡалабыҙҙа 2000 йылда әле 2548 һуғышта ҡатнашыусы йәшәй ине, — тип һөйләй Стәрлетамаҡтан юбилей миҙалы алырға килгән Владимир Тараторкин. – Бөгөн беҙ 531 генә кеше ҡалдыҡ, уларҙың күбеһе – бик өлкән йәштәге кешеләр. Беҙ ҡала хакимиәте һәм республика Хөкүмәте күрһәткән иғтибарға рәхмәтлебеҙ. Һәр төрлө хәстәрлек һәм яҡлау беҙҙә ышаныс уята, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, бирешмәҫкә, сафта ҡалырға ярҙам итә.

Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, президент ҡулынан награда алыусы ветерандар үҙҙәрен дәртле тотто. Күптәре рәхмәт һүҙе әйтеп кенә ҡалманы, шулай уҡ үҙҙәренең Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, хатта йырлап та ебәрҙе. Тантана аҙағында ветеран Зинаида Шипанованың бөгөн награда алыусыларҙың һәр береһе кәмендә күкрәктәрендә тағы бер – “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл” миҙалы өҫтәлгәнсе йәшәүҙәрен теләүе барыһының да күңелдәрен күтәрҙе.