Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

“Президентҡа хат-2010” иншалар конкурсында Башҡортостан уҡыусылары ла ҡатнаша ала

Йәмғиәт

Рәсәй БМО-ға булышлыҡ итеү ассоциацияһы һәм РФ Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты “Президентҡа хат-2010” уҡыусылар иншалары конкурсын үткәрә.

Социаль мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, быйылғы конкурста ҡатнашыусыларға “глобаль экологик һәләкәткә юл ҡуймау өсөн дәүләттәр генә эш итергә тейешме? Экологик катастрофа булмаһын өсөн БМО, Рәсәй һәм беҙ нимә эшләй алабыҙ?” кеүек һорауҙар өҫтөндә фекер йөрөтөү тәҡдим ителә.

Иншаларҙы Президентҡа хат формаһында (биш-ете баҫма бит, шрифт 14) яҙыу талап ителә. 2010 йылдың 1 авгусына конкурсанттың 18 йәше тулмаған булырға тейеш. Иң яҡшы эштәр авторҙары яҡлау өсөн Мәскәүгә саҡырыласаҡ. Ижади ярышта еңеүселәр Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтына уҡырға ингәндә льготаларға эйә буласаҡ.

Эштәр 1 мартҡа тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 119454, Москва, проспект Вернадского, д. 76, кафедра ЮНЕСКО, МГИМО ("Конкурс-2010" билдәһе менән).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть