Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Студенттарға ярҙам программалары конкурсы иғлан ителде

Йәмғиәт

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы урта һәм юғары профессиональ белем биреү учреждениеларында студенттарҙы яҡлауға һәм йәштәр клубтарының һәм үҙәктәренең эшмәкәрлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән программаларҙың республика конкурсын үткәрә. Был конкурстың маҡсаты – студент йәштәр менән эшләү формаларын һәм ысулдарын камиллаштырыу, уларҙы социаль мөһим эшмәкәрлеккә ылыҡтырыу һәм студенттар үҙидараһын үҫтереү.

Программалар проекттары дәүләт урта һәм юғары профессиональ белем биреү учреждениеларынан, шулай уҡ дәүләт аккредитацияһы алған дәүләттеке булмаған уҡыу йорттарынан 15 февралгә тиклем ҡабул ителә.

Юғары уҡыу йорттары араһында эштәр түбәндәге номинациялар буйынса ҡараласаҡ: “Башҡортостан Республикаһында КВН хәрәкәтен үҫтереү”, “Йәштәрҙе эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ылыҡтырыу”, “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге юғары профессиональ белем биреү учреждениеларында ирекле (волонтерлыҡ) эшмәкәрлеген үҫтереү”, “Студенттар отрядтарын үҫтереү”, “Башҡортостан халыҡтарының этномәҙәниәте”. Урта махсус уҡыу йорттары программаларының тематикаһы төрлө булыуы мөмкин.

Конкурсҡа материалдар Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 24-се кабинет адресы буйынса ҡабул ителә.

Еңеүселәр үҙ программаларын тормошҡа ашырыу өсөн аҡсалата приз аласаҡ.

Конкурс буйынса ентеклерәк мәғлүмәт менән www.minsport02.ru сайтында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть