Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә ултырышы Мәсетле районында үтә

Сәйәсәт

Мәсетле районы үҙәге — Оло Ыҡтамаҡ ауылында бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Советының күсмә ултырышы үтә. Унда Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы – Ҡариҙел, Салауат, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы райондары хакимиәт башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, башҡорттар ҡоролтайҙары рәйестәре, шулай уҡ Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең башҡорттар ҡоролтайҙары рәйестәре ҡатнаша. Советтың күсмә ултырышына шулай уҡ ғалимдар һәм крайҙы өйрәнеүселәр саҡырылған. Ултырышты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Азамат Ғәлин үткәрә.

Ултырышта ҡатнашыусылар III бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек мәсьәләләрен, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының тәбиғи һәм тарихи ҡомартҡыларын һаҡлауға, башҡорт халҡының күренекле эшмәкәрҙәре иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҡағылышлы проблемаларҙы тикшерәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть