Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Электр транспортын үҫтереүҙә яңы технологияларҙы тикшерәсәктәр

Иҡтисад

3-4 февралдә Өфөлә «Электр транспортын үҫтереүҙә яңы технологиялар: реалийҙар һәм перспективалар» фәнни-техник конференцияһы үткәрелә. Сараны ойоштороусылар – Халыҡ-ара ҡала электр транспорты предприятиелары ассоциацияһы, «Ҡала электр транспорты» эш биреүселәрҙең йәмәғәт тармаҡ берекмәһе һәм «Башҡортостан троллейбус заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конференцияны үткәреү Башҡортостан троллейбус заводының 30 йыллығын байрам итеүгә тура килтерелә. Программала — докладтар һәм ҡатнашыусыларҙың сығыштары, «Башҡортостан троллейбус заводы»на һәм Өфө электр транспорты муниципаль идаралығына танышыу экскурсиялары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть