8 декабрь, Кесе йома

27 ғинуар 2010 йыл, 10:58

“Иң яҡшы төбәк гәзите-2009” конкурсына эштәр ҡабул итеү дауам итә

автор: Любовь Колоколова

“Иң яҡшы төбәк гәзите-2009” IV Бөтә Рәсәй профессиональ конкурсына эштәр ҡабул итеү дауам итә. Ул Бөтә донъя редакторҙар форумы менән Халыҡ-ара журналистика үҙәге ярҙамында Бойондороҡһоҙ төбәк нәшриәтселәре ассоциацияһы менән берлектә “Яңы Евразия” фондының киң мәғлүмәт сараларына ярҙам программаһы тарафынан ойошторолған.

Конкурсҡа 2009 йылда баҫылған түбәндәге номинациялар буйынса эштәр ҡабул ителә: «Иң яҡшы төбәк гәзите» (конкурстың төп номинацияһы), «Иң яҡшы аңлатма материал», «Иң яҡшы журналист тикшереүе», «Уҡыусылар менән иң яҡшы кире бәйләнеш»,  «Иң яҡшы фото», «Иң яҡшы акция», «Иң яҡшы редакция колонкаһы», «Иң яҡшы балалар бите (йәки ҡушымта)» һәм «Иң яҡшы йәштәр гәзите».

Конкурс тураһында ентеклерәк мәғлүмәттәр  www.bestnewspaper.ru сайтында. Бында шулай уҡ элекке конкурс еңеүселәренең эштәрен ҡарарға мөмкин.

Билдәләнгән материалдар былтыр Рәсәй төбәк матбуғатында баҫылған иң яҡшы эштәр йыйынтығына инәсәк. Конкурс йомғаҡтары буйынса халыҡ-ара конференция ойоштороласаҡ. Заявкалар быйыл 15 февралгә тиклем ҡабул ителәсәк.