Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Емеш-еләк ағастарының нисек һаҡланыуы тикшерелә

Йәмғиәт

Республиканың агрономия хеҙмәттәре емеш-еләк ағастарының нисек һаҡланыуын өйрәнә.

Декабрь уртаһынан алып республикала һыуыҡ һауа торошо һаҡлана. Уҙған ҡыштарҙа емеш-еләк ағастары артыҡ зыян күрмәгәйне. Быйыл да Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре ағастар ҡышты уңышлы үткәрер тип ышана. Агрономдар әле ҡыуаҡлыҡтарҙың нисек һаҡланыуын асыҡлау өсөн ҡырҡып алынған ботаҡтарҙы үҫтереп ҡарай. Эксперимент һөҙөмтәләре февраль башында билдәле буласаҡ.

Бөгөн Башҡортостанда был өлкәлә алты емеш-еләк совхозы һәм ике крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй. Улар барыһы ла рентабелле. Баҡса культураларының дөйөм майҙаны – 450 гектар тирәһе. Алмағастарҙың иң ҙур плантациялары – Шишмә емеш-еләк совхозында һәм “Ҡояшлы Боҙаяҙ”ҙа. Республиканың емеш-еләк хужалыҡтары ҡарағат, ер еләге, сейә, ҡурай еләге, груша, һырғанаҡ һәм башҡа культуралар үҫтерә. Витаминлы продукция кондитер һәм консерва предприятиеларына һатыла. Бынан тыш, йыл һайын халыҡҡа емеш йыйыу ойошторола.

Яҙын һәм көҙөн емеш-еләк совхоздары районлаштырылған үҫентеләрҙе һата.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть