Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Медицина клиникаһында ислам традицияларына ярашлы хеҙмәтләндерәсәктәр

Йәмғиәт

Өфө клиникаларының береһендә хеҙмәтләндереүҙең яңы ысулы ғәмәлгә индереләсәк. Теләүселәр ислам традицияларына ярашлы кәрәкле хеҙмәтләндереү ала аласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының хәләл стандарты буйынса комитеты рәйесе Тимур Шәнгәрәев хәбәр итеүенсә, бында намаҙ уҡыу һәм тәһәрәт алыу өсөн урын бүленгән, ә медикаменттар тәғәйенләгәндә спирты препараттар уларҙың аналогтарына алмаштырыласаҡ. Әнис майы, ҡына, бал менән дауалау кеүек традицион методикалар ҙа ҡулланыласаҡ.

Клиника директоры Сергей Никитиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, дөйөм алғанда, бында 16 яңы эш урыны булдырылды, ә пациенттарҙы юғары һәм беренсе категория табиптары дауалаясаҡ. Ҡабул итеү терапия, физиотерапия, акушерлыҡ һәм гинекология, колопроктология, мануаль терапия, ультратауыш менән диагноз ҡуйыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса алып барыласаҡ.

Клиника етәкселеге республика ҡалаларында һәм райондарында ла ислам нормаларын һәм традицияларын иҫәпкә алып медицина консультацияһы ойоштороуҙы планлаштыра.

Бындай яңылыҡ индереү инициаторы булып БР мосолмандары Диниә назараты тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть