Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.49 ↓

EUR 63.17 ↑

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Германияның сәнәғәт сәйәсәте өлкәһе эксперттары килде

Иҡтисад

«Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен билдәләү һәм реструктуризациялауҙы бойомға ашырыу» программаһы сиктәрендә Башҡортостанға Германия эксперттары – г-н Курт Хорншильд һәм г-н Карл-Хайнц Клингер килде.

Визит дүрт көнгә иҫәпләнгән. Үрҙә билдәләнгән проект БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы һәм ФРГ Иҡтисад һәм технологиялар министрлығы менән берлектә тормошҡа ашырыла. “Башинформ” агентлығына Минпромдан хәбәр итеүҙәренсә, визит нигеҙендә Башҡортостанда кластерҙар булдырыу һәм үҫтереү буйынса эш төркөмдәренең икенсе ултырышын үткәреү планлаштырыла.  

Бөгөн немец эксперттары сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрының беренсе урынбаҫары Роберт Ваһапов менән аралаша һәм эшлекле осрашыуҙа башҡорт белгестәренең Германияға ҡыҫҡа танышыу сәфәренә йомғаҡтар яһай.  

Шаршамбыла Башҡортостанда кластерҙарҙы үҫтереү мәсьәләһенә арналған түңәрәк өҫтәл үткәреү һәм урман сәнәғәте кластерын булдырыу буйынса эш төркөмөнөң ултырышы планлаштырылған. Түңәрәк өҫтәл Рәсәй фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшереүҙәр институтында үтәсәк, ә ултырыш – БР сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығында.  

Эш төркөмдәренең кесаҙналағы бер юлы ике ултырышы энергомашина төҙөлөшө кластерын һәм туристик кластерҙы булдырыуға арнала.  Беренсеһе — Киров урамы, 15, икенсеһе Чернышевский урамы, 145 адресы буйынса үткәрелә.

Өс эш төркөмөнөң етәкселәре һәм БР Минпромы белгестәре менән йомғаҡлау осрашыуы йомаға, 29 ғинуарға планлаштырылған. Унда ҡатнашыусылар артабан нимәләр эшләү кәрәклеген билдәләйәсәк. Программала ҡунаҡтарға “Башмебель-плюс” предприятиеһын күрһәтеү ҙә ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть