Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.81 ↑

EUR 69.70 ↓

26 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Мортаза Рәхимов Андрей Шишеговты Европа Чемпионатында еңеүе менән ҡотланы

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Өфөнөң Ғ. Ҡадиров исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Шишеговҡа боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса Европа чемпионатында еңеүе менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе.  Телеграммала шулай тиелә:

«Хөрмәтле Андрей Владимирович!

Һеҙҙе Өфөлә уҙған боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса 14-се Европа чемпионатында һоҡланғыс еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлайым!

Оҫталыҡ, еңеүгә ҙур ынтылыш һәм фиҙаҡәрлек арҡаһында Һеҙ абруйлы ярышта еңеп сығып, юғары һөҙөмтәгә өлгәштегеҙ.

Беҙҙең спортсы-мотоуҙышсыларыбыҙҙың данлы еңеү традициялары киләһе йылдарҙа ла дауам иттерелер, тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәйҙе данлап яңы спорт ҡаҙаныштары теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть