6 декабрь, Шишәмбе

26 ғинуар 2010 йыл, 16:13

Башакадемтеатрҙа Зинира Атнабаеваның юбилейы үтә

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Андрей Старостин

5 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында (БДАДТ) Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Зинира Атнабаеваны ҡотлау тантанаһы үтәсәк.

“Башинформ” агентлығына БДАДТ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ябай концерт урынына театраль концерт әҙерләнә. Шуға ла сәхнәлә тамашасы Зинира Ҡасим ҡыҙын түгел, ә уның ижад емешен – Башакадемтеатрҙа 2004 йылда премьераһы үткән “Өҙөлгән туй” романтик драмаһын ҡараясаҡ.

Шуға тиклем күптәр Зинира Атнабаеваны Антон Чеховтың “Иванов”, Наил Ғәйетбаевтың “Аты барҙың дәрте бар”, Хәбибулла Ибраһимовтың “Башмағым” пьесаларында тыуҙырған яҡты образдары аша белде. Бөгөн иһә ул драматик әҫәрҙәр авторы булараҡ та билдәле.

“Өҙөлгән туй” драмаһы ысынбарлыҡта булып үткән ваҡиғаларға таянып яҙылған. Тәжрибәле актер, драматургия ҡанундарын бар нескәлегендә белеүсе  сәхнә оҫтаһының ваҡиғаларҙы художестволы һүрәтләүе һәр кешене арбарлыҡ. Зинира Атнабаева төҙөк композициялы, ҡыҙыҡлы образдар һәм характерҙары булған  драма ижад итеүгә өлгәшкән. Теманы асыуҙа автор һәр нәмәнән азат, шуға ла тормошсан, һөйөү менән тулы үҙенсәлекле сәхнә әҫәре яҙылған.

“Өҙөлгән туй” спектаклендә театрҙың билдәле артистары ҡатнаша – Илһөйәр Ғәзетдинова, Эльвира Юнысова, Илдар Ғүмәров, Светлана Хәкимова, Миңзилә Хәйруллина, Хәмит Яруллин, Хәким Мортазин, Илсур Байымов, Руслан Хәсәнов һәм башҡалар.

Тәүге йылдарҙа спектаклдә автор үҙе лә ҡатнаша, Рәбиға әбей ролен башҡара ине.

темалар: театрҙар